Эстәлеккә күсергә

Учалы (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Учалы
рус. Учалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Учалы

Координаталар

54°22′08″ с. ш. 59°26′03″ в. д.HGЯO

Халҡы

6049[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453731

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 253 896 001

Код ОКТМО

80 653 496 101

Номер в ГКГН

0800250

Учалы (Рәсәй)
Учалы
Учалы
Учалы (ауыл) (Башҡортостан Республикаһы)
Учалы

Учалы (рус. Учалы) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6049 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253896001.

Ауыл Учалы ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта. Ауылда 6049 кеше йәшәй. Райондың иң эре тораҡ пункты (үҙәгенән һуң).

Ауыл аша Учалы — Мейәс — Силәбе автомобиль юлы үтә.

Ауылда район китапханаһы, район мәҙәниәт һарайы, тимер юл станцияһы, мәсет, балалар йорто (социаль приют) урынлашҡан.

Учалы ауылға инеү гранит стеллаһы. «1737» хәрефтәре менән
Учалы ауылыныӊ яӊы мәсете һәм йорттар

Учалы ауылына 1737 йылда нигеҙ һалынған. 1930—1965 йылдарҙа Учалы районының үҙәге. Учалы ауылы иң ҙурынан һанала. 1744—1917 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы- Типтәр-Учалы улусының үҙәге була. Бөтә ун ике ауыл ошо улусҡа ҡарай. Атамаһы шул уҡ исемле күлдән алынған, ауылды XVIII быуатта документтарҙа һәм 1786 картала Ачулы-Асыулы тип йөрөткәндәр. XIX быуаттан Учалы тип аталған. Барлыҡҡа килеү мәлендә Митрәй тип аталған. Ул атама аныҡ билдәләнмәгән, сөнки ундай исем һәм фамилия халҡы араһында булмаған. Учалы халҡы йылдам артҡан. 1783 йылда IV ревизия буйынса унда 297, 1795 йылда — 408, 1859 йылда — 1640, 1920 йылда 3129 кеше йәшәгән. Йорттар 1795 йылда — 63, 1859 йылда — 120, 1920 йылда 631 иҫәпләнгән.

Ике мәсет ҡарамағында башланғыс мәктәп эшләгән. Шаршамбы һайын баҙарҙа төрлө әйберҙәр, тауарҙар менән һатыу иткәндәр. Яҙ, көҙ һәм ҡыш йәрминкәләргә алыҫтан сауҙагәрҙәр килгән. Бында улус идаралығы һәм почта станцияһы урынлашҡан[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһының тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Учалы» исеме ауыл эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттың бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; «юшалы» (йәшмәле) тигән аңлатма ла бар.

Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 6049 3086 2963 51,0 49,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (78 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1811 йылда[7] Учалы ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 0 км[8]
  1. Советтар Союзы Геройы Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙәк улы исемендәге һөнәрселек училищеһы
  2. Учалы ауыл урта мәктәбе
  3. Учалы ауылы башҡорт гимназияһы
  1. Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный-Учалы — Мейәс тимер юлында Учалы станцияһы. Мейәс–Учалы (Көньяҡ Урал тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы буйлап 97 км). Учалы районы аша үтә. 1959 йылда төҙөлгән.
  2. «Учалинская райсельхозтехника» ЯСЙ, Башҡорт МТС-ы филиалы
  3. «Башкирнефтепродукт» ЯСЙ Нефтебазаһы, Учалы филиалы
  4. Учалы район юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, «Башкиравтодор» ДУП филиалы
  5. «Учалы элеваторы» ЯСЙ
  6. Учалы метостанцияһы, «Башгидромет» ДУП ойошмаһы
  7. «Учалы майсырзаводы» ЯСЙ

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Башҡортостан энциклопедияһы — Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Минасов Булат Шамил улы 2020 йыл 6 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.